Мәрхәмәтлек
13 Ноября 2021, 05:37

Донъялағы донъялыҡта ҡайта

Быйыл Белем көнөндә булған ҡот осҡос фажиғәне оноторлоҡмо? https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_58725https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_58788 https://youshatir.ru/articles/af-t/2021-09-02/v-kuyurgazinskom-rayone-bashkirii-v-ogne-pogibla-zhenschina-2488364

Донъялағы донъялыҡта ҡайтаДонъялағы донъялыҡта ҡайта
Донъялағы донъялыҡта ҡайта

Кеше бәләгә тарығас, "Юшатыр" гәзите лә, ҡулынан килгәнсе, ярҙам итергә ашыҡты, йорт-ҡураһыҙ ҡалған иргә аҡса йыя башланыҡ. Әлфинә Килмәтоваға сикһеҙ рәхмәт, барыһын да ул үҙ өҫтөнә алды.

Кемдәр ярҙам иткән - ҙур рәхмәт, барлығы 60 мең һумдан артыҡ аҡса йыйылған. Бынан тыш, Тимербай магазинында ла аҡса йыйыуҙы ойошторғандар, унда йыйылған сумма - 21 мең һум. Йортһоҙ ғына түгел, ҡатынһыҙ ҙа ҡалған иргә йәшәргә йорт бар (фотола), әле уны ирҙең исеменә күсереп йөрөйҙәр. Йыйылған аҡсаға утын алғандар (йортта газ юҡ). Бер ауылдаштары, тимер-томор тапшырып, аҡсаһына һыуытҡыс алып биргән.

Донъялағы донъялыҡта ҡайта тиҙәр, мәрхәмәтле кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Хоҙай үҙегеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан аралаһын. 

Йорт янып бөтһә лә, уның бурыстары ҡалған икән, хәйер, был турала киләһе һанда тулыраҡ яҙылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас