Мәрхәмәтлек
16 Ноября 2021, 07:14

Теләк кәрәк

Ғәҙәттә “бала саҡ” һүҙе шатлыҡ, беренсе аҙымдар, тәүге уңыштар һәм, иң мөһиме, мәшәҡәтһеҙ осор кеүек ыңғай мәлдәр менән күҙ алдына баҫа. Тик, барыһы өсөн дә бер түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала саҡтың төрлө сәбәптәр арҡаһында булдырылған бөтөнләй икенсе төрө лә була.

Теләк кәрәкТеләк кәрәк
Теләк кәрәк

Бошмаған ата-әсәләр, йә уларҙың булмауы, ғаиләләге фажиғәләр, йә юғалтыуҙар ҡайһы берҙәрҙе, ҡыуанысҡа тулы булырлыҡ бала саҡтан мәхрүм итеп, йәтим ҡалдыра. Ундай балаларға иң ҡыйыны – үҙҙәренең кәрәкмәгәнлеген һәм өлкәндәрҙең битарафлығын үҙ-аллы кисереү. Шуға күрә, тормоштарына ниндәй ҙә булһа өлөш индереү йәтим балаларҙы ҡанатландырырлыҡ, моңһоу уйҙарынан арындырырлыҡ һәм кәрәк булыу тойғоһон уятырлыҡ.
Күмертау ҡала Советы депутаты Ананьев Артем “Квартирный вопрос” күсемһеҙ милек агентлығындағы коллегалары Лоренц Карина һәм Коротков Владимир менән республиканың Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһында урынлашҡан “Наҙгөл” балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән матди сығымдар йыйыуҙы ойошторалар. Был үтенескә күптәр яуап бирә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етәрлек аҡса йыйыла. Йәштәр йәтим балаларға кәрәк булған ҡышҡы өҫ һәм аяҡ кейемдәрен һатып алалар. Бәләкәстәргә тәмле күстәнәстәр алырға ла онотмайҙар. Приют директоры Хоҙайғолова Нурия ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдерә. Оло ихтирам менән уны “Күгәрсен районындағы иң күп балалы әсә” тип атайҙар, сөнки ул тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһен үҙ балаһы кеүек яҡын күрә.
Бында ҙур бер ғаилә. Башҡалар һымаҡ ул да ябай иғтибарға, йылы мөнәсәбәткә һәм ярҙамға мохтаж. Балаларҙың тормошонда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн айырым талаптар юҡ, тик теләк кенә кәрәк.
Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, Күмертау ҡала Советы депутаты

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас