Все новости
Мәрхәмәтлек
5 Декабря 2021, 10:32

Үҙенекеләй күреп...

Кемдең башынан үтмәгән, шул белмәй тиҙәр. Ауырлыҡты кисергән кеше генә бәләгә тарығанды аңлай, тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа.Һуғыш балалары тигән термин аҙаҡҡы мәл киң таралды, уларға ихтирам-иғтибар күрһәтергә тырышабыҙ, шулай булмай, кемдәр арҡаһында бөгөн тыныслыҡта йәшәп ятабыҙ - улар арҡаһында. 

Үҙенекеләй күреп...
Үҙенекеләй күреп...

Ҡәһәрле һуғыштың барлыҡ касафатын үҙ елкәһендә татып, әлеге көнгәсә килеп еткәндәр икән - рәхмәт, инәй-бабайҙар.
Яңы Мораптал ауылында ла ундайҙар бар. Һаман тынғыһыҙҙар, һаман кеше ҡайғыһын үҙенекеләй күреп йәшәйҙәр.
Ҡолгилдиева Маһиҙәр менән Исхаҡова Люциә инәйҙәр һигеҙенсе тиҫтәһен уҙып киткән, Тимербай ауылындағы уттан зыян күргәндәр тураһында ишеткәс, тыныс ҡала алмағандар - пенсияһына хөкүмәт өҫтәгән аҡсаны, ярҙам йөҙөнән, бәләгә тарыусылар иҫәбенә күсергәндәр.
Күптәрҙең шундай хәлде осратҡаны барҙыр: сереп байыған кешенән йөҙөңдө йыртып һорапта бер тин алып булмай, ә бында.... Әйтер һүҙ юҡ.
Хәйер, бар, ниңә булмаһын: рәхмәт һеҙгә, инәйҙәр, күңелегеҙ матур, үҙегеҙ матур, һеҙгә һаулыҡ-иҫәнлек теләйбеҙ, тормошоғоҙ оҙон һәм шулай уҡ матур булһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: