Мәрхәмәтлек
24 Декабря 2021, 11:30

Мәрхәмәте һеҙгә лә етер

Хәйерсегә йылмайһаң, ямаулыҡ һорай тигән кеүек килеп сыҡты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәрхәмәте һеҙгә лә етерМәрхәмәте һеҙгә лә етер
Мәрхәмәте һеҙгә лә етер

Барыһы ла һәйбәт кенә бара, ана, ветерандарға бүләк бирәләр, Берҙәм Рәсәй бында, полиция (Илдус Финус улы ла Ермолаево ололарын тәбрикләне). Ҡалғандар быларҙың барыһын да ситтән генә тамаша ҡылды - ҡартайғас, беҙгә лә ошондай ихтирам булһа ине. Күҙ ҡыҙҙы инде барыбер, йән бар бит, шунда Зифа Зим ҡыҙынан, шаяртып ҡына, һораныҡ - улай-былай артыҡ нәмәгеҙ булһа, беҙгә лә бирегеҙ әле. 

Зифа Исмәғилева һаран кеше түгел, атаҡ, бар ул, ҡулды ыуа торған шыйыҡса, йыуа торған һабын, битлектәр. "Булһа, бир". "Әйҙәгеҙ". Кеше Мә тип торғанда, кире уйламаҫ борон,  мәлен файҙаланып ҡалырға кәрәк. Барҙыҡ. Барһаҡ, З. Имәғилева, булғанына өҫтәп, беҙгә куртка ла тотторҙо, уныһы сифатлы ғына күренә, үҙебеҙгә килешеп тора. 
Рәхмәт, быларҙың барыһы ла уҡыусыларға булыр - кемгә кәрәк, килегеҙ, Зифаның мәрхәмәте һеҙгә лә етер. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас