Мәрхәмәтлек
1 Ғинуар 2022, 05:23

Изгелек башҡарыу

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы һəм үҙəкләштерелгəн китапханалар системаһы моҡтаждарға йылы əйберҙəр, кейемдəр йыйыу буйынса ойошторолған “Изгелек йомғағы” акцияһы тамамланды. 

Изгелек башҡарыуИзгелек башҡарыу
Изгелек башҡарыу

Бөтəһе бергə төрлө йəштəге балаларға яраҡлы 50- нəн ашыу бəйлəнгəн йылы əйберҙəр йыйылды, мамыҡ һəм йөн бейəлəйҙəр, шарфтар, ойоҡбаштар, баш кейемдəре һ.б. Был əйберҙəр ҡаланың “Ғаилə” үҙəгенə мохтаж ғаилəлəргə ярҙам өсөн тапшырылды. Барығыҙға ла ҙур рəхмəт.
Акцияны уҙғарыуҙа Дəүлəтшина Əлфиə, Коронаева Лилиə, Мырҙағолова Менəүəрə, Шəрипова Əлфиə əүҙем ҡатнаштылар.
Əлфиə ШƏМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рəйесе.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас