Мәрхәмәтлек
3 Февраля 2022, 03:41

“Изгелек ҡылып йәшәйек”

 - 2020 йылдан мәрхәмәтлек эшебеҙҙе башлап ебәрҙек. Бөгөнгө көндә 47 бала бик теләп йөрөйҙәр. Барыһы ла 3-сө БРГИ уҡыусылары, шулар араһында РПЛИ-нан да бер бала бар. 

“Изгелек ҡылып йәшәйек”“Изгелек ҡылып йәшәйек”
“Изгелек ҡылып йәшәйек”

- Ҡоролтайҙа ла әүҙем генә йөрөп алдым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан да грамоталарым, Рәхмәт хаттарым байтаҡ. Минең Исҡужин-Таиповтар, Бураҡаевтар нәҫеленән булғаныма ла, бәлки, рухым ташып торалыр. Әсәйем Гөлсирәгә быйыл 85 йәш тула, Холодный Ключ ауылында йәшәй. Минең эштәремдә ул һәр ваҡыт үҙ фатихаһын биреп тора. Ҡатыным Айгөл дә уҡытыусы. Улыбыҙ Айҙар БДУ-ның геология факультетына уҡырға инде, уңышлы ғына уҡып йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Әлиә БРГИ-ла 8-се класта белем ала, ирекмәндәр ойошмаһында әүҙем ҡатнаша.

Илдар Таипов менән әңгәмә тулы килеш гәзиттең үткән аҙна һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас