Мәрхәмәтлек
8 Февраль 2022, 07:16

Йыртҡыс

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_67672    22 ғинуар көнө Көйөргәҙе районыда 7 ҡоралайҙы законһыҙ үлтергәйнеләр.  Зөфәр ЙЫҺАНШИН, 36 йыл стажлы һунарсы:   

ЙыртҡысЙыртҡыс
Йыртҡыс

- Был кешене һунарсы тип бер нисек тә әйтеп булмай, ул ысын мәғәнәһендә йыртҡыс, уны хатта бүре менән сағыштырыу урынлы, бүре лә берәй көтөүгә килеп инһә, тамаҡ ялғау өсөн уға ла бер генә йәнлек етер ине, тик ул ҡан еҫенә илереп, туҡтай алмай, ҡотороп үлтерә лә үлтерә. Был әҙәм дә бер, ике ҡоралай менән генә туҡтап ҡала алмаған, былай ҙа һирәгәйеп барған йәнлектәрҙе йәлләп тормай, хатта етәүҙе атып алған. Хәҙер бит тирә-яҡта һунарсылар ҙа ҡалманы тип әйтерлек, күберәк браконьерҙар. 

Фекер тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас