- Был хәбәр мине генә түгел, күп кешене аптырауға ҡалдырҙы, хатта шаҡ ҡатырҙы тиһәк тә дөрөҫ булыр. Интернет селтәрҙәрендә ошо турала хәбәр сыҡҡас, барыһы ла уны әрләп, һүгеп яҙҙы һәм был дөрөҫ тип уйлайым, сөнки ул кеше лә, һунарсы ла түгел, ул хайуан, ысын мәғәнәһендә йыртҡыс, ас тамағын туйҙыра алмаған хайуан, хатта хайуан да берәүҙе ашап туйһа, туҡтар ине, ә был кеше ҡоралайҙарҙы йәлләп тә тормай, тулы бер көтөүе менән атып алған. Был башҡа һыймаҫлыҡ ҡыллыҡ. Интернет селтәрендә һунарсыларҙың үҙ әңгәмәһе бар, шунда яҙышып торабыҙ, был яңылыҡ бөтәбеҙҙе лә аптырауға һалды, береһе лә ул әҙәмде хуплап яҙмай. Беҙ яланға сыҡһаҡ та, тәбиғәт ҡыҙырып, уның матурлығына һоҡланып, саңғы менән урман гиҙеп, йылына бер ҡуян алһаҡ алабыҙ, уныһы ла махсус рөхсәт сиктәрендә генә, алмаһаҡ ас кеше кеүек, һәр бер осраған йәнлекте баҫтырып, атып йөрөмәйбеҙ...
Рәкит Анатольевичтың фекере тулы килеш гәзиттә баҫылғайны.