Башҡортостан халҡы был яңылыҡты төрлөсә ҡабул итте, кемдер афарин, Радий Фәрит улы тип ҡул сапты, байтаҡтары нимәгә ул беҙгә, үҙебеҙ ас ултырабыҙ тигән мәғәнәлә яуап бирҙе. Кемеһелер әсе көлдө: беҙҙәге хаҡтарҙы күрһәләр (аҙыҡ-түлек, коммуналка) үҙҙәре үк тороп ҡасасаҡтар. 2014 йылда ла улар беҙҙә булғайны (ул саҡта ирҙәре лә килде), тик оҙаҡ тотҡарманылар, Күмертауҙағылар улар тураһында: бындай бәләкәй эш хаҡына үҙегеҙ эшләгеҙ тип әйткән тип тә һөйләнеләр. Әле берәү Донецктағы һәм Ростовтағы (береһе Украина, икенсеһе - Рәсәй, күрше ҡалалар) фатир хаҡтарын сағыштырған, тегедәге хаҡтар беҙҙәге фатирҙарҙыҡынан күпкә юғары. Ниңә икән?
Нисек булһа ла, беҙҙәге халыҡ ныҡ миһырбанлы, ҡасаҡтарҙы ҡабул итәм тип, ябай кешеләр ҙә теләк белдерҙе. Бына Күмертауҙан бер кеше ошолай яҙған:
Людмила М:
- Г. Кумертау, дам кров беженцам. Комната 14кв.м,туалет,вода х/г, душ в комнате.
Администрация Главы Республики Башкортостан
- Людмила, здравствуйте. Спасибо за вашу гражданскую позицию! Уточните, пожалуйста, ваш адрес, ФИО, телефон, кого готовы принять и сколько человек, готовы ли принять семью с детьми? Вы можете прислать нам данные в скрытом виде, заполнив форму (https://forms.gle/WXdcYXvBuanwnwYR8).
Тимур Ханнанов, сотрудник ЦУР Башкортостан.
Людмила М:
- Администрация Главы Республики Башкортостан, Кумертау, 14кв. Х/г вода, душ, туалет. Диван, телевизор. Форму я заполнить не могу, я честно не дружу. Я могу читать, писать в телефоне. А с интернетом ни ни.
Һыуәйҙәгеҙ, туғандар, беҙҙең йорт - һеҙҙең йорт. Шулай ҙа илдәрегеҙгә тиҙерәк кире ҡайтырға булһын ине, туйған ерҙән тыуған ер яҡшыраҡ.