Башҡортостан борондан уҡ мәрхәмәтле республика һанала, беҙ шунда уҡ "Беҙ әҙер" тип яуап бирҙек. Килһендәр, күңел һыйһа, башҡаһы һыйыр. Башҡалар нисектер Көйөргәҙе районы ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер. Ғаилә үҙәгендә, Берҙәм Рәсәй бүлегендә кейем-һалым, аҙыҡ-түлек йыйырға булғандар. Әле береһе лә алып килмәгән, шулай ҙа, эштең башы ғына, торараҡ барыһы ла булыр, мәрхәмәтле кешеләр ярҙам итә башлар тигән өмөттәбеҙ. Аҡса ла йыялар, бының өсөн махсус иҫәп бар. Һуғыштан ҡасҡандарҙы урынлаштырырға ла урындар бар - Бахмут. Керәүле һәм Иҫке Отрада клубтары.
Әлегә эштәр шулай, шулай ҙа эстән генә теләк теләйбеҙ: килмәһәләр ярар ине. Күңел ҡыҫынҡы булғандан түгел, ҡасаҡтарҙың үҙҙәренең тыуған илдәрендә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ.
Фотола: Иҫке Отрада мәҙәниәт йорто ярҙам итергә әҙер.