Мәрхәмәтлек
22 Февраль 2022, 04:54

Өлгө

Тиҙҙән, хатта бөгөндән, Башҡортостанға, хәҙер инде беҙ айырым ил тип  таныған, Луганск һәм Донецк өлкәләренән ҡасаҡтар килә башлаясаҡ. Һәммәһе 2000 -дән артыҡ кеше килер тип көтөлә. 

ӨлгөӨлгө
Өлгө

Күмертау менән Көйөргәҙегә килерҙәрме, билдәһеҙ, башта уларҙы республика санаторийҙары уларҙы ҡабул итәсәк. Шулай ҙа улай-былай булһа, беҙ әҙер (аҫтараҡ был турала яҙылды).

Ә әлегә аҙыҡ һәм кейем-һалым йыйыуҙы ойошторҙоҡ. (Кейем өр яңы, этикеткалы булырға тейеш). Һәм, әлбиттә, аҡса ла ныҡ кәрәк буласаҡ. Кемдең хәленән килә, шулар махсус иҫәпкә аҡса күсерә ала. Иң тәүгеләрҙән булып район хакимиәте өлгө күрһәтмәксе, Көйөргәҙе районы муниципаль район етәкселеге был иҫәпкә, ярҙам йөҙөнән, бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар иткән.
- Бөтәһе нисә кеше эшләй ул һеҙҙә? - беҙ хакимиәттең финанс идаралығы начальнигы Галина Артамкинанан шулай һораныҡ.
- 50. Тик был теүәл һан түгел, ауыл хужалығы идараһында, финанс идаралығында, мәҙәниәт, мәғарифты ла бергә ҡушһаң, апаруҡ кеше килеп сыға. 
- Иҙән йыуыусы ла күсерәсәкме? 
- Әлегә әйтә алмайым. Ошолайыраҡ булыр тип уйлайым: кемдең эш хаҡы аҙ, улар 1%-ын ғына бирер, ә кем аҡсаны күп ала (урынбаҫарҙар, мәҫәлән) бындайҙар бер көнлөгөн күсерер. 
Һәйбәт өлгө. Үҙенә ни тиклем ҡыйын булмаһын, беҙҙең халыҡ барыбер бер телем икмәкте икегә бүлеп йәшәп өйрөнгән. Был өлгөгә башҡа хәллеләр ҙә ҡушылыр тип ышанабыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас