Мәрхәмәтлек
25 Февраль 2022, 12:11

Яңы булмаһа ла һәйбәт

...Һин дә мин, әле эшкә ярарлыҡ кейемдәр. Хатта иҫке тип тә әйтеп булмай, этикеткаһы ғына юҡ.

Яңы булмаһа ла һәйбәтЯңы булмаһа ла һәйбәт
Яңы булмаһа ла һәйбәт

Һуғыш арҡаһында беҙгә килгәндәр өсөн аҡса йыйыу буйынса: әлегә был эш бик бармай, эш хаҡы биргән мәлде көтәләрҙер, моғайын (район хакимиәте бер көнлөк эш хаҡын күсерергә тейеш).
Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек йыйыу ҙа, ҡалала ла, районда ла әлегә һүлпән бара. Күмертауҙа кисә бер памперс ҡына килтергәйнеләр, электән ҡалған әйберҙәр бар тинеләр беҙгә Ғаилә үҙәгендә.
Районда әлегә береһе лә бер нимә лә килтермәгән. Бәлки, кейемдең өр яңы булырға тейеш тигәне ҡыйынһындыралыр.
Ермолаеволағы Ғаилә үҙәгендә кейемдәр бар, дөрөҫ, улар иҫке. Шулай ҙа әле әллә күпме быуын кейерлек кейемдәр (фотола). Төрлө размер, төрлө кейем. Мохтаж булғандарҙың кемеһе булһа ла килеп һораһын, бирәбеҙ тиҙәр.
Килеп алыр кешеләр төрлө категориялы булыуы ихтимал. Ауыр хәлгә ҡалған, ире ҡыуып сығарған, былай ғына, әйбер алырға хәле етмәгән....
Һин дә мин, әле эшкә ярарлыҡ кейемдәр. Хатта иҫке тип тә әйтеп булмай, этикеткаһы ғына юҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас