+14 °С
Облачно


- Беҙҙең ауыл клубы резервта тора. Əлбиттə, əйтһəлəр, барыһын да еренə еткереп əҙерлəйбеҙ. Əлеге ваҡытта унда клуб ултырғыстары ғына бар. Йоҡларҡа карауат, раскладушка, матрастар табырға тура килəсəк. Ауыл халҡы ла ярҙам итер, тип уйлайым. Клуб йылытыла, һыу бар. Ашатыу менəн дə ҙур проблемалар тыумаҫ, мəктəп ашханаһы йыраҡ түгел. Был мəсьəлəне йырып сығырбыҙ, ҡулдан килгəнсе ярҙам итербеҙ.