Все новости
Мәрхәмәтлек
24 Марта 2022, 15:08

Бер түгел, мең рәхмәт яуыр

Нимә булһа ла, йәмәғәт ойошмаларына төшә көс, ә уларҙың бер ҡасан да, бер ҡайҙан да ситтә ҡалғаны булманы.

Бер түгел, мең рәхмәт яуыр
Бер түгел, мең рәхмәт яуыр
Бигерәк тә, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы тураһында әйтһәк, шулай. 
Донбасс халҡы касафатына ҡарата ла Ҡоролтай, ситтән ҡарап,  ҡул ҡаушырып, ултыра алманы, ярҙамға ташланды. Бына әле бик тиҙ арала (күҙ асып йомғансы тип әйтһәк тә алдамабыҙ). гуманитар ярҙам йыйыуға өлгәшкәндәр. 
Бар мөлкәт ҡаланың Берҙәм Рәсәй партияһы бүлегенә алып барып тапшырылған. Оҙаҡламай Донбасс тарафтарынан бер түгел, мең рәхмәт яуыр, афарин, ҡыҙҙар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: