Все новости
Мәрхәмәтлек
21 Апреля 2022, 12:34

Бер юлы ике ҡуян

Ҡалала ятып бил ҡата, тән яҙылмай. Шәһәр тормошо шулайрыҡ шул - былай ҙа саҡ торған кешене йыбаныуға этә.

Бер юлы ике ҡуян
Бер юлы ике ҡуян
Тик БРГИ уҡыусыларын түгел. Бында, башлыса, ауыл малайҙары уҡый ҙа, гел парта артында ултырып йәки карауатта ятып ялҡып бөткәндәр. 
Ер кешеһе ергә тартыла - БРГИ-ның 10 класс егеттәре Роза инәләренә ярҙамға барған - ер ҡаҙырға. Р. Назметдинова инәй бындай иғтибар-ихтирамдан әллә кем - үҙе көрәк тотоп йөрөгәнсе, бына типһә тимер өҙөр таҙа егеттәр килгән, рәхмәт төшкөрҙәре. 
Эште тиҙ тота малайҙар. Бер юлы ике маҡсатҡа ирешеп (тән өсөн файҙа, рәхмәте - йән өсөн) ҡайтып киткәндәр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: