Все новости
Мәрхәмәтлек
17 Июня 2022, 12:15

Бәхеттәре бар

Керәүле ауыл биләмәһенең Ҡаҙарма ауылы быйыл ППМИға, күпме тырышмаһындар, эләгә алманы. 

Бәхеттәре бар
Бәхеттәре бар
Улар зыяраттары кәртәһен яңыртабыҙ тип дәртләнгәйнеләр. Шулай итеп, һемәйеп ҡалдылар. Тик Кинйәбай халҡының бәхете бар икән - уларға ярҙамға бағымсы табылды. Бағымсының да ниндәйе! Ҡыҫҡаса былайыраҡ хәлдәр: бер бик билдәле кеше Кинйәбай зыяраты кәртәһен яңыртырға ярҙам итергә булған. Бөгөн Свидетель милосердия фонды, төҙөүселәр, проектсылар урынға барып хәл менән танышты. Ауыл халҡының фекерен белеште - һеҙ нисек күрергә теләйһегеҙ зыяратты? Һеҙҙең фекерегеҙ бик мөһим. Яңы Ямаш, Уңғар ауылы имамдары ла булды. Изге лә, бик яуаплы ла был эш - спонсорҙары: аҡсаны йәлләмәй, ныҡлап эшләгеҙ тигән, етмәһә.
Барыһы ла тулыраҡ гәзиттә була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: