

Ауылдың зыяратына күтәртелеп, өр-яңы юл һалынды. Ошоңарсы, был юлдан, яҙлы-көҙлө ямғырҙарҙан һуң кешеләрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда зыяратҡа барырлыҡ түгел ине. Әле бына 1 км 300 метр оҙонлоғонда юл һалынды, уның тулы суммаһы 600 меңгә торош итте. Ошо ҙур эште тулыһынса үҙ өҫтәренә алып, башынан аҙағына тиклем үҙҙәре шул эштә ҡайнап йөрөгән Хәсәновтар ғаиләһенә, Мораптал ауыл биләмәһе һәм Иҫке Мораптал ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эште ваҡытында эшләгән подряд организацияһы етәксеһен Юрий Владимирович Шибинға, эшселәрҙе бушлай ашатҡан "Киров" хужалығы етәксеһе Дамир Таһир улы Байгильдинға, ашханала эшләгән ҡыҙҙарға, эште ойоштороп алып барыусы Камил Рәүил улы Хәсәновҡа, барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Эшләгән изгелектәрегеҙҙе Аллаһы Тәғәлә меңләтә ҡайтарып бирһен, тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәт!- тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Кинжәлиев.
Иҫке Мораптал ауылы зыяратында Римдең өләсәһе һәм олатаһы ерләнгән, шуға күрә был ергә юл һалдырыуҙы ул үҙенең изге бурысы кеүек ҡабул итеп ҡылды...
Материал тулыһынса гәзиттә баҫылды.