Все новости
Мәрхәмәтлек
19 Июля 2022, 15:19

Турауы ҡыйыныраҡ

Мохтаждарға ярҙам йөҙөнән, ике кеше бүләк алып килгән дә инде. Мәктәпкә кәрәк-яраҡ. 

Турауы ҡыйыныраҡ
Турауы ҡыйыныраҡ

"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы быйыл да старт алды, алыуын алды, әммә әлегә район Ғаилә үҙәгенә күтәренеп килгәндәр аҙ. Ике генә кеше алып килгән, портфель (эстәре тулы), кәнсәләр тауарҙары.
Ғаилә үҙәге - мәрхәмәтлек үҙәге һымаҡ, бында ярҙамды мәктәп өсөн генә түгел, ДНР, ЛНР өсөн дә йыялар. Уныһы ла булғаны китеп бөткән.
- Беҙҙең Ермолаевола ла бар ҡасаҡтар, Запорожьенан килгәндәр, олатай, өләсәй, ейәне, уға эйәреп һөйгән йәре лә килгән. Беҙ, күбеһенсә, уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Егеткә (ейән) 18 йәш, тик эш таба алмай, Рәсәй гражданы түгел. 
Бөтөн донъя бәләһе ошонда йыйылған һымаҡ тойолдо беҙгә.
- Ә районда мохтаж тип һаналған нисә ғаилә бар ул? Был портфелдәр кемгә тәғәйен?
- Районда 100-ән ашыу ғаилә мохтаж һанала, барыһына ла ярҙам барып етмәүе бар, шулай ҙа беҙ береһен дә ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, нимә бар, шуларҙы ғәҙел бүләбеҙ.

Ашаған белмәй.... Бик йыш шулай килеп сыға ла, турағанға ғына ҡыйыныраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: