Все новости
Мәрхәмәтлек
24 Августа 2022, 11:10

Акция быйыл шәп бара

Райондың "Ғаилә" үҙәге быйыл "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһында ҡатнашыусылар һаны күберәк икәнен билдәләп үтте. 

Акция быйыл шәп бара
Акция быйыл шәп бара

Ярҙам итеүселәр исемлеге бик ҙур, үҙәк ҡайһы берәүҙәр хатта төшөп ҡалыуы ла ихтимал тине. Бына улар районыбыҙҙың, мохтаждарға битараф булмаған кешеләре: район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Данил Акилов, район хакимиəте башлығының 1-се урынбаҫары Урал Ибраһимов, район башлығы урынбаҫары Тимур Иҙрисов, ООО Якут Юлбарисов Р., райондың мәҙәниәт бүлеге һәм "Йәшлек" мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ермолаевоның балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, Мораптал, Свобода ауыл биләмәләре, Хикматуллин А.Р., Балушев Е.Н., Швецова Вета, Анисимова Тамара.
Ҡаланың "Ғәилә" үҙегенән әйтеүҙәренсә "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" программаһында ҡатнашыусылар һаны бихисап икән. Тик, күбеһенсә был сарала шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ғына ҡатнаша, айырым бер кеше лә килгәне юҡ икән. Ярҙам итеүселәр исемлегенә: шәхси эшҡыуарҙар Яҡупов, Шибина, Аверин, Башдент стоматологияһы, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары, МРТград медицина үҙәге, "Берҙәм Рәсәй" партияһы, Күмертау Икмәк комбинаты, Үҙәк баҙар директоры Валерий Тришин ингән.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: