Мәрхәмәтлек
4 Октябрь 2022, 04:57

Өлөш

Әле был мәктәптә балалар рәхәтләнеп уҡып ултыра. Луганск Халыҡ республикаһындағы Петровск ҡалаһы мәктәбе. 

ӨлөшӨлөш
Өлөш
Нилектән тап ошо мәктәп хаҡында, тота һалып, яҙырға булдыҡ, берҙән, был уҡыу йорто М. Шайморатов исемен йөрөтә, икенсенән, уны быйыл Башҡортостан республикаһы ремонтланы, ә иң мөһиме, был изге эштә беҙҙең район кешеләре лә ҡатнашты. 
Һәммәһе Көйөргәҙе районынан 8 кеше капиталь ремонтта ҡатнашҡан. Эштәре күп булған. Түбәһен тулыһынса алмаштырғандар, быныһынан тыш, эстә йәһәннәм эштәре булған. Мәктәптең майҙаны 7 мең квадрат метр, әйткәндәй. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, элек был мәктәптә быйма кейеп уҡып ултырған булған уҡыусылар, әле барып инәһең, тән генә түгел, йән йылынғандай була - эшселәр бар күңелен һалып эшләгәнгәлер.
Яңы уҡыу йылында яңы мәктәп ишеген 397 бала асҡан, шуларҙың 35-е беренсе класс балалары. 
М. Шайморатов исемендәге йыраҡтағы уҡыу йорто беҙҙең изгелекте мәңге онотмаҫ, йылдар үтер, әлеге сабыйҙар олоғайып бөтөр, иҫкә алырҙар: беҙҙең белем алыуға Көйөргәҙе районы ла ҙур өлөш керетте. Рәхмәт. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас