Мәрхәмәтлек
15 Октября 2022, 07:22

Рәхмәт кенә аҙ

Егеттәребеҙҙе оҙатҡас, хәйер, унан алда ла, барса халыҡ ярҙамға ашыҡты, кем нисек булдыра ала, шулайтып үҙ өлөшөн керетергә теләне.

Рәхмәт кенә аҙРәхмәт кенә аҙ
Рәхмәт кенә аҙ
Яҡшы кешеләр арабыҙҙа бик күп икән, йөрәген ярып бирергә әҙерҙәр бихисап булды - уларҙың һәр береһен теҙеп яҙыу ҙа хатта ныҡ ҡыйын, күптәр. 
Яманһары ауылы ил нимә күрә, шуның менән донъя көтөп өйрәнгән. Был ауылдан да күп кеше Ермолаеволағы Ғаилә үҙәгенең тупһаһы аша үтте, мәрхәмәтлек күрһәтте. Бына әле лә, ярар етер тип туҡталып ҡалмай, яманһарылар тағы ла килгән.
Рәхмәт әйтеү генә аҙ бындай кешеләргә, сауаптары игелек булып ҡайтһын да донъялар тынысланып, барыһы ла үҙ ағышына кире боролоп, элеккеләй йәшәй башларға яҙһын тип теләге килә.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас