Ә изге күңеллеләр беҙҙең арала ифрат күп икән. Ғаилә үҙәгендә ошоға тағы бер ҡат инандыҡ. Мобилизацияға эләккән егеттәрҙең хәле - әле ошонан да мөһим эш юҡ. Үҙәккә кеше ағыла ғына икән, кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә. Фонарь, тубыҡты, арт яҡты ҡаплай торған кейемдәр, сапер көрәктәре, ойоҡ, дарыуҙар, тәмәке, тампондар....
- Беҙ гел Һарытауҙа булған егеттәрҙе ҡайғырттыҡ, Пензала ла бар икән малайҙарыбыҙ. Хәҙер уларға ла ебәрәбеҙ,- тип тора Ғаилә үҙәгендәгеләр. Бөгөн китәсәк егеттәр ҙә белә, нимә етмәй, район башлығы Юлай Ильясов алып барасаҡ. Беҙгә хатта Күмертау егеттәре лә килә, бороп сығармайбыҙ, нимә бирә алабыҙ, барыһын да биреп ебәрәбеҙ. Кемдәр ошондай ауыр мәлдә битараф ҡалмаған, барыһына ла ҙур рәхмәт әйтергә ине.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Үҙәктәге ҡыҙҙарға рәхмәт әйттек, теләк: бындай әйберҙәрҙе йыйыу тиҙерәк тамамланһын. Элеккеләй, мохтаж ғаиләләргә генә ярҙам итә башлаһаҡ ине.