Мәрхәмәтлек
24 Октябрь 2022, 06:14

Йәнегеҙ өшөмәһен

Йөк бөгөн ҡуҙғала. Пензаға. 

Йәнегеҙ өшөмәһенЙәнегеҙ өшөмәһен
Йәнегеҙ өшөмәһен
Һартыуға алып барған юлды ятлап бөткәйнек, хәҙер сират Пенза ҡалаһына етте. Күмертау халҡы бер нисә көн йыйған ярҙамды егеттәр янына бөгөн алып китәләр. Әле посылкаларҙы тәртипкә килтереп, дыу киләләр. Фәлән Төгәновҡа тип яҙылған тәғәйендәре бар, былай ғына, дөйөм гуманитар йөктәр ҙә бар. 
- Беҙҙең халыҡ ныҡ ярҙамсыл ул, - шулай тип ҡыуанышалар ҡала хакимиәтендә, - нимә кәрәк тип кенә торалар. Инәйҙәр килә: бына ойоҡтар бәйләнем, тағы нимә бәйләйем? 
Тыуған яҡ йылыһын һаҡлаған әйберҙәр һеҙҙең тәнде генә түгел, йәнегеҙҙе лә йылытһын, улдар. Иҫән булығыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас