Хәҙер барыбыҙҙың да аңында тик ошо һүҙҙәр кеүек - ятһаҡ та, торһаҡ та уйҙарыбыҙҙа "тегендә" йөрөгән һалдаттарыбыҙҙың хәле.
Таймаҫтар кисә концерт үткәргән, ябай түгел уныһы, хәйриә концерты - барыһы ла фронт өсөн тигән лозунг аҫтында. Йәғни, бар йыйылған килем егеттәребеҙгә китәсәк. Тамашасы ғына йыймаған ярҙамды, кем тамашаны ҡарай алмаған (ял бит, балалар ҡайта, мунса яғыла тигән кеүек), улар йәһәт кенә килә һалып, бирә алғанын биреп киткән.
Был турала ентекләберәк - киләһе һанда.