Мәрхәмәтлек
31 Октябрь 2022, 06:55

Барығыҙ ҙа ҡушылығыҙ

Яҡут ауылы инәйҙәре һәм апайҙары, һалдаттарға посылкаға йылы нәскиҙәр, бейәләйҙәр бәйләп һалдылар, тағы ла бик күп йылы әйберҙәр, кәрәк яраҡтар йыйып биргән ауылдаштарға ҙур рәхмәттәр яуһын. 

Барығыҙ ҙа ҡушылығыҙБарығыҙ ҙа ҡушылығыҙ
Барығыҙ ҙа ҡушылығыҙ

Күмәкләгән яу ҡайтарған тиҙәр, күмәк көс менән был ауыр осорҙарҙы еңеп сығырға булһын. Мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, үҙәкте өҙөрлөк итеп хаттар яҙҙылар һалдаттарға, балалар баҡсаһы балалары һүрәт төшөрҙөләр. Барыһына ла рәхмәт, - тип яҙып ебәргән Рәмзиә Әбйәлилова.

Материал тулы көйөнсә гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас