

Был эштә бөтә ауыл халҡы, "Искра" хужалығы, мәсетебеҙ мөслимәләре бик актив ҡатнаштылар. Йылы нәскиҙәр бәйләнде, күстәнәстәр ҡупталарға тултырылды. Аллаһ бойорһа ауылыбыҙ имамамы Фәрхәд хәҙрәт һәм Яҡшымбәт ауылы биләмәһе ҡоролтайы рәйесе Азат Ғәлиев өйләнән һуң Пензаға юлланмаҡсылар. Ниәттәре яҡташтарҙың хәлдәрен белеп, иман һәм күңел йылыһы һалынған ҡупталарҙы егеттәребеҙгә тапшырырға. Хызыр Ильяс юлдаш булһын беҙгә. Амин.