Яҡшымбәттәр әле генә ҡуҙғалды. Пензаға. Туйға китеп бармайҙар, шуға йөҙҙәр етди, сәфәрҙәре донъялағы иң изге сәфәрҙер, моғайын: мобилизацияға эләккән яҡташтар янына күстәнәс алып киттеләр.
Хәйерле юл һеҙгә, яҡшымбәттәр. Егеттәргә күп итеп сәләмдәр тапшырығыҙ, уларҙы бөтәһе лә ныҡ һағынып көтә, доғалар уҡый тиегеҙ, теләктәр бер төрлө һәм күп булғанда, ул көслөрәк була тиҙәр, әгәр был ысынлап та шулай булһа.... Тимәк, Көйөргәҙе буйҙары, Яҡшымбәт яҡтары тиҙҙән йыр-моңға тулыр, туйҙан да шәберәк байрам итербеҙ - һеҙ ҡайтҡас.
Сәфәр тураһында гәзиттә уҡығыҙ.