Бында ла фронтҡа тип әҙерләнгән посылкаларҙы барлау бара.
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән бергә хаттар ҙа бар.
"Улым, һинең иҫән ҡайтыуыңды көтәбеҙ, һин ҡатйам тип һүҙ бирҙең, зинһар, тартыуыңды ташла" тип яҙған бер әсә.
Егеттәр әйткән һүҙендә торорға тейеш - был юлы ла шулай булыр тип ышанабыҙ.