

Яҡшымбəт егеттəре генə түгел, ə Тимербай, Зəк– Ишмəт, Баян егеттəре лə яҡташтар килгəн тип сыҡҡайнылар. Күрешеп, хəлдəрен белшеп, доғалар уҡып, тəғəйен əйберҙəрҙе тапшырып, өсөнсө ергə киттек, унда ла беҙҙең Башҡортостан егеттəре ине. Уларға ла күстəнəстəн өлөш ауыҙ иттерҙек. Яҡташтарыбыҙ: «Беҙ, Аллаһ бирһə, бөтəбеҙ ҙə мотлаҡ ҡайтасаҡбыҙ һəм бергəлəшеп яйлап бал менəн сəй эсəсəкбеҙ»,- тигəн сəлəмде яҡташтарына еткерергə ҡушып беҙҙең менəн хушлаштылар.
Пензаның урамдары менəн һоҡлана – һоҡлана (барғанда төн ине бит, бер нəмə күренмəне), һалдаттарыбыҙ именлеге өсөн доғалар уҡый – уҡый беҙ ҡайтып киттек.
Фəрхəд хəҙрəт АҘНАБАЕВ, Яҡшымбəт ауылы мəсете имамы
Азат ҒƏЛИЕВ, Яҡшымбəт ауылы билəмəһе ҡоролтайы рəйесе
Сәфәр хаҡында хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.