Ауыр, күңелгә тынғы тапмай йөрөгән ваҡытта “Батыр” кафеһы хужалары Мораптал ауыл биләмәһенән киткән егеттәрҙең ата-әсәләрен саҡырып ҡөръән уҡыттылар. Улдарыбыҙҙың, егеттәребеҙҙең именлегенә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына арнап изге теләктәр теләнек. Кафе хужалары Айгөл Фәнил ҡыҙы һәм Азамат Камил улы Исмәғиловтарға Ҡөръән ашында булған ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ, ауыр саҡта күңелебеҙҙе күргәнегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙҙе йыуандырһын.
Улыбыҙҙы оҙатҡас, ауырып, Мораптал дауаханаһына эләктем...
Аллаға шөкөр, тирә-яҡта изге күңелле кешеләр күп. Күрше тирә-яғым да, ауыл биләмәһе советы ла, Киров хужалығы етәксеһе Дамир Таһир улы ла, эшселәр ҙә һәм башҡалар ҙа улыбыҙ хаҡында һорашып, хәл белешеп торалар.
Сәлимә НИҒМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы
Рәхмәт хаты тулы көйөнсә үткән аҙнала гәзиттә баҫылды.