Рәдиф, Илнур Әлибаевтар Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында йәшәй, береһенә 28, икенсеһенә 34 йәш.
Ошо ғүмерҙәрендә улар бер ҡасан да донъя йөҙөн күрмәй үткәргән, әсә тауышын, ҡош һайрауын, халыҡ йырҙарын ишетмәгән. Күҙ күрмәүе, ҡолаҡ ишетмәүе егеттәр өсөн кәртә булмаған - улар ҡул оҫталары. Ниндәй оҫта әле! Йорттарында пластмастан, пластиктан, тағы әллә ниндәй материалдарҙан шундай тәтәйҙәр яһап ултыртҡандар - беҙ ундайҙы йылдар буйы яфаланып ултырһаҡ та эшләрҙәй түгелбеҙ. Быныһы Рөстәмдең тракторы (ауыл башлығы), быныһы Илнур Аҙнабаевтың машинаһы, бынауы Илкәнәй мәктәбе автобусы... Бына үҙҙәре йәшәгән йорттоң бәләкәй макеты...
Үҙ-үҙҙәренә шөғөл табып, йыуаныс табып, шулай йәшәп яталар. Уларҙы әсәләре ҡарай, аталары йәшләй генә "китеп" барҙы....
Егеттәр бер урында туҡталып ҡалырға уйламай, артабан үҫешергә теләктәре ҙур, әммә.... Матди яҡ аҡһай. Уйлаған-уйлағандар ҙа, әлеге уйынсыҡтарын һатып, унан килгән аҡсаға материал алып, ултырғыстар яһай башларға ҡарар иткәндәр (материалдар ҙа хәҙер ныҡ ҡыйбат).
Ҡыҫҡаһы, мөрәжәғәт былай: кем дә кем, мәрхәмәт йөҙөнән, Илнур менән Рәдифтең "тәтәйҙәрен" һатып алырға теләй, әйтһен ине.
Беҙ яһаған уйынсыҡтар кемгәлер кәрәк, тимәк, үҙебеҙ ҙә был донъяла кәрәк кешеләрбеҙ тип уйлаһын ине егеттәр - ошо уй уларға көс-ихтыяр бирер.