Халыҡ йырҙарының һәр һүҙендә тәрән мәғәнә ята - быуаттар аша һынау үткән моңдар, уларҙы кешеләр, үҙ тәжрибәһенән сығып, ижад иткән.
Әлеге йырҙың ("Бер алманы бишкә бүләйек") мәғәнәһенә беҙ, башҡа ваҡытҡа ҡарағанда, әле яҡшыраҡ төшөндөк ахры. Бөтөн ил менән һалдаттарға ярҙамға тип ташландыҡ. Район-ҡалала йәшәгән, эсендә йәне булған һәр кеме, ҡулынан нимә килә, шулайтып, үҙ өлөшөн керетергә тырыша.
Молокан ауылы ла, бәләкәймен тип тормаған, ҙур ярҙам әҙерләгән.
Барлыҡ гуманитар ярҙамдар хаҡында - киләһе һанда.