

Өйҙәргә йыйылып, шәкәр ҡайнаттыҡ, сәк-сәктәр бешереп, айырым һауыттарға тултырып әҙерләнек, ҡорот киптерҙек, сөсө икмәктәр ҙә бешерҙек. Йыйылып бергә башҡарған эш уңышлы була, тиҙәр. Беҙҙең дә һалдаттарыбыҙға әҙерләгән әйберҙәребеҙ уңдырышлы булды, бар эште лә изге теләктәребеҙҙе теләй-теләй башҡарҙыҡ. Ауылыбыҙҙың оло йөрәкле апайҙарына, килендәренә ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Беҙҙең йөрәк йылыбыҙ һалынып бәйләнгән бейәләй-нәскийҙәребеҙ ир-егеттәребеҙҙең аяҡ-ҡулдарын йылытыр, бешергән аштарыбыҙ уларға дәрт-көс бирер тип ышанабыҙ. Барыһын да тыуған йорттарына имен-һау әйәнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - ти Яманһары клуб мөдире Гүзәлиә Халиҡова.
Материал тулы килеш гәзиттә бөгөн баҫылды.