Һүҙебеҙ ирһеҙҙәр тураһында түгел, өйһөҙҙәр тураһында. Кешеләр ҙә түгел, эттәр хаҡында.
Күмертау приютындағы эттәр өйһөҙ аптырап ултыра икән, уларға ла ятып йоҡлар йылы мөйөш, баш өҫтөндә ҡыйыҡ кәрәк.
Был аҙнала "Еңеү ирекмәндәре" эттәргә оя яһаған. Етәкселәре Илдар Таипов һәр нәмәгә оҫта кеше, егеттәргә барыһын үҙе күрһәтеп, өйрәтеп торған - булғас, барыһы ла әҙәмсә, йылы, ышыҡ булһын.
Күп тә үтмәй, әҙер оялар приютҡа барып та ултырған. Яңы йортоғоҙ ҡотло булһын, маһмайҙар!