Все новости
Мәрхәмәтлек
22 Февраля 2023, 12:59

Үҙебеҙҙең егеттәр

Егеттәребеҙ иҫән-һау, еңеү менән ауылыбыҙға ҡайтһын!

Үҙебеҙҙең егеттәр
Үҙебеҙҙең егеттәр

Беҙ, Абдул ағинәйҙәре, Көйөргәҙе районынан мобилизацияланған һалдаттарға гуманитар ылау оҙатыласағын ишетеү менән тиҙ генә, 2 көн эсендә посылкалар әҙерләнек. Үҙебеҙҙең егеттәргә ойоҡбаштарҙы беҙҙең ауылда Тарзиманова Сания апай бәйләй. Көҙ көнө генә ул йөрәк йылыһы һалып, күҙ нурҙары түгеп бәйләгән 6 ойоҡбаш биргәйне, әле тағы ла 4 ойоҡбаш килтерҙе.
Ауылдаш егеттәребеҙ үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итһендәр тип баллы бауырһаҡ бешерҙек, ваҡлап туҡмас кырҡтыҡ, киптерелгән ҡаҡ йәймәләре, бал, төрлө-төрлө кәнфиттәр, консервалар һ.б. менән посылкалар тултырып Ермолаеволағы ғаилә үҙәгенә алып барҙыҡ.

Зөлфирә УСМАНОВА, Абдул ауылы ағинәйҙәре рәйесе

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: