Все новости
Мәрхәмәтлек
24 Февраля 2023, 12:54

Яҡташтарыбыҙҙың хәлен белдек

Госпиталдә дауалананыусы яҡташтарыбыҙҙы байрам менән ҡотланыҡ. 

Яҡташтарыбыҙҙың хәлен белдек
Яҡташтарыбыҙҙың хәлен белдек

Кисә, 23 февралдә, Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ағзалары баш ҡаланың госпиталдәрендә дауалананыусы яҡташтарыбыҙҙы байрам менән ҡотлау сараһын ойошторған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолованың ярҙамсыһы, Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең эшҡыуарлыҡ буйынса Советы рәйесе урынбаҫары, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Альфред Вәлиев был турала түбәндәгене белдерҙе:

– Ватанды һаҡлаусылар көнөндә яугир яҡташтарыбыҙҙы барып тәбрикләү башланғысын Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова тәҡдим итте һәм беҙ бүләктәр хәстәрләнек. Иртәнән кискә тиклем Сергиев Посад, Подольск, Мәскәү ҡалаларындағы өс госпиталдә һәм бер шифаханала һаулығын нығытыусы егеттәребеҙҙе барып күрҙем. Уларға Эльвира Айытҡолованың, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының иң изге ҡотлауҙарын, ихлас теләктәрен һәм бүләктәрен еткерҙем.
Егеттәргә көндәлек кәрәк-яраҡтар, тәмле күстәнәстәрҙән тыш, аҡсалата ярҙам да күрһәттек – нығынып киткәнсе бөтәһе лә кәрәк. Ә бер яҡташыбыҙ тап 23 февралдә тыуған көнөн дә билдәләй ине – ул иғтибарға һәм байрам бүләктәренә икеләтә шат булды.
Егеттәрҙең күңелен күреп, кәйефтәрен күтәреп ҡайтыуыма үҙем дә бик шат. Шул тиклем шатландылар, ҡәнәғәт ҡалдылар. Яугирҙәребеҙ яралы булһа ла, улар ҡабат сафҡа ҡайтырға әҙер – яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.
Әйткәндәй, егеттәр – Иглин, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын райондарынан . Һәммәһе лә туғандарына, яҡташтарына, республика халҡына сәләмдәрен еткерҙе, – тине Альфред Вәлиев.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан вәкиллеге эргәһендә, шулай уҡ, Ветерандар комитеты булдырылған, уның составына төрлә рангтағы абруйлы хәрбиҙәр инә. Тәүге ҙур сараны улар күптән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәргәндәр.

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ 

Автор:
Читайте нас: