Все новости
Мәрхәмәтлек
28 Февраля 2023, 09:39

ЙЫРЛАНМАҒАН ӘЛЕ БЕҘҘЕҢ ЙЫР

Фронттан ебәрелгән рәхмәттәрҙе күп ишетәбеҙ. 

ЙЫРЛАНМАҒАН ӘЛЕ БЕҘҘЕҢ ЙЫР
ЙЫРЛАНМАҒАН ӘЛЕ БЕҘҘЕҢ ЙЫР

Бына сираттағыһы. Көйөргәҙе районы егеттәре видеояҙма ебәргән, уныһы рәхмәттәргә тулы. Ҡотлоюл ауылы халҡына юллана улар. Ауылдаштары теге саҡ күп итеп күстәнәс ебәргәйне - "Юшатыр" 

Күстәнәсте ауыҙ иткәс, һалдаттар, түҙмәй, йырлап ебәргән:

Һине генә, бәхет йондоҙом,
Хыялымда наҙлап йөрөтәм мин;
Айырылышыу төнө килмәһен,
Гүзәл ҡауышыу таңын көтәм мин.

Йылы яҙҙар тик башланды ғына,
Әле генә йәшел ине ҡыр.
Әйтер һүҙҙәр әле әйтелмәгән,

Йырланмаған әле беҙҙең йыр.

Йырланмаһын шул. Йырлайһыларыбыҙ алда әле. Гүзәл ҡауышыу мәле тиҙерәк етһен. 

Автор:
Читайте нас: