Все новости
Мәрхәмәтлек
5 Марта 2023, 09:43

Фронт өсөн - 100 мең һум

Таймаҫ ауылынан булған Мәүлиҙә апайҙы белмәгән кеше бармы икән?

Фронт өсөн - 100 мең һум
Фронт өсөн - 100 мең һум

Булһа ла, бик һирәктер. Көйөргәҙе районында ғына түгел, унан арыраҡ ерҙәрҙә лә был апайҙы яҡшы белергә тейештәр - ул халыҡ дауалаусыһы булараҡ киң билдәле. Йәнә бер яғынан күптәргә яҡшы таныш: уның улы Чечня һуғышында һәләк булды. Әллә нисә йыл үтһә лә, ошо яраны йөрәгендә йөрөтә Мәүлиҙә апай, һөйләшкәндә мотлаҡ улын иҫкә алыр. 

Әлеге барған мәхшәр ҙә уны битараф ҡалдырмай, улдар яуҙа йөрөй. Үҙенеке йөрөмәһә лә, апайыбыҙ был хәлде ауыр кисерә. Ошо аҙнала ул үҙе йыйып барған аҡсаларҙы - 100 мең һумды, ыһ та итмәй, район хакимиәтенә бирҙе. Һалдаттар унда мохтаж, ти, кәрәкле әйберҙәр алығыҙ. 
Кем-кем, апайыбыҙ аңлай: матди байлыҡтар был донъяла бер ни түгел, уландар иҫән булһын. 
Автор:
Читайте нас: