Әле ут нилектән сыҡҡан - тикшерелә. Ҡаза килеү менән диндарҙар, район башлығы яр һалды: ярҙам кәрәк, берләшәйек, Яҡут ауылы мәсетен ремонтлауға аҡса йыяйыҡ -
"Юшатыр".
Бөгөн белештек, 300 мең һумға яҡын аҡса йыйылған. Себерҙән ауылдаштары Мөхтәр ағай Ялсыҡаев, был ҡайғы тураһында ишетеү менән, шылтыратҡан: яңыһын төҙөйөкмө әллә?
Был хаҡта материал йома көнөндә гәзиттә баҫыла.