Все новости
Мәрхәмәтлек
7 Апреля 2023, 13:34

Изге эш

- Был идея беҙгә райондан Ғаилә үҙәгенән килде. 

Изге эш
Изге эш

Беҙҙең күптән маскировка селтәрҙәрен эшләү хыялы бар ине, әммә эште нимәнән башлап китергә белмәй инек. Райондан тәҡдим булгас, шатланып ризалыҡ бирҙек.
Ҡалған мәктәптәргә лә материалды таратыу теләген белдергәс, 60 метр туҡыманың яртыһын ғына алып ҡайттым. Мәктәп директорыбыҙ уҡыусыларҙы изге эшкә йәлип итергә ҡуш ҡул менән ризалашты. Уҡыусылар дәрестәрҙән һуң да тороп ҡалып туҡыма ҡырҡтылар. Бер аҙна эсендә материал әҙер ине.
Бөгөнгө көндө беҙҙең өсөн селтәр һатып алыу ҙур проблема булып тора. Уны үреүе бик еңел эштәрҙән түгел. Шуға күрә район хакимиәт башлығы Юлай Талха улы Ильясов Өфө менән бәйләнешкә инеп, селтәр мәсьәләһен хәл итә.
Материалды алып ҡайтҡас та, тиҙ арала эшләп, махсус хәрби операцияға ебәрергә уйлайбыҙ. Волейбол селтәре кеүек булырға тейеш. Бәләкәйҙәре - бер һалдат өсөн булһа, ҙурҙары - блиндаждарға, танктарға яраясаҡ. Маскхалат формаһында килеп сығыр тип уйлайбыҙ.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: