Все новости
МАТБУҒАТ
10 Ноября 2017, 14:30

ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш.

«Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Шулай уҡ «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашыу өсөн дә квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала.

БҮЛӘК – ТУҒАН ТЕЛ УҠЫТЫУСЫҺЫНДА


Тоғро гәзит уҡыусыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, иҫән-һау йәшәргә, эшендә лә, йортонда ла барыһы ла һәйбәт булыуын теләйбеҙ.

Алдағы аҙналарҙа ла бүләктәр уйнатыу дауам итә. Ситтә ятып ҡалмайыҡ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.

МӨХӘРРИРИӘТ


НИ ӨСӨН МИН «ЮШАТЫР»ҘЫ АЛДЫРАМ?

- «Юшатыр» — районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙағы берҙән-бер үҙебеҙҙең телдә донъя күргән баҫма. Гәзитте көтөп алам, ентекләп уҡып сығам. «Юшатыр»ҙың үҙ уҡыусылары, яҙышыусылары күп. Һәр ваҡыт халыҡтың һорауҙарына тиҙ арала яуап биреп, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып эш итә белә редакция хеҙмәткәрҙәре. Тема яғынан да төрлөлөк етерлек. Төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар үткәреп, оло һәм йәш быуын вәкилдәренең күңелен күрергә лә онотмай улар. Быларҙың барыһын да улар үҙ көстәре менән башҡара. Гәзиттә ауыл һәм ҡала халҡының төрлө проблемалары күтәрелеп сыға, әммә власть яғынан ғына иғтибар юҡлығы һиҙелә. Милли гәзиттәрҙе һаҡлап алыу өсөн хөкүмәт бер нәмә лә эшләмәй. Шуға күрә, яҡташтар, беҙгә, үҙебеҙгә, бик ныҡ тырышырға, гәзиткә яҙылырға онотмаҫҡа кәрәк буласаҡ. Шулай итеп кенә беҙ милли гәзитебеҙҙе яҡлап, һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ яҡлау был, ҡарағыҙ - милли кадрҙар ҙа беҙҙә юҡ тиерлек, былар барыһы ла бергә бәйләнгән.
Читайте нас: