Все новости
МАТБУҒАТ
24 Ноября 2017, 18:13

БЕР АЙ ТИРӘҺЕ ҠАЛДЫ

«Юшатыр» гәзитенә яҙылыу ваҡыты ҡыҫҡара бара. Әле һаман да күп гәзит уҡыусыларыбыҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында уға яҙылыуҙы һуҙа. Ашығырға кәрәк. Яратҡан гәзитегеҙҙән тороп ҡалмағыҙ.

«Юшатыр» гәзитенә яҙылыу ваҡыты ҡыҫҡара бара. Әле һаман да күп гәзит уҡыусыларыбыҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында уға яҙылыуҙы һуҙа. Ашығырға кәрәк. Яратҡан гәзитегеҙҙән тороп ҡалмағыҙ.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Шулай уҡ «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашыу өсөн дә квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала.

ИКЕ БҮЛӘК УЙНАТЫЛДЫ

Был аҙнала лототронда ике бүләк уйнатылды.

Тәүгеһе Күмертауҙа йәшәүсе беҙҙең даими уҡыусыбыҙ, фекерҙәрен дә гел белдереп торған Ришат Сабанчин өлөшөнә төштө. Беҙ Ришат Зәки улын бар йөрәктән ҡотлайбыҙ, уға һаулыҡ, бәрәкәттәр теләйбеҙ.

Икенсе бүләк Яманһары ауылынан Минзира Байназарова өлөшөнә тәтене. Йортта хужабикә үҙе булмай сыҡты, уның ҡарауы 90 йәше менән барған ҡәйнәһе Шәмғиә инәй йортта ултыра ине. Ултыра тигәс тә, йүгереп йөрөй әле ул, Аллаға шөкөр, беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Килене менән Таһир улына мотлаҡ бүләкте еткерәсәген вәғәҙәләне. Уның һаман да дәртле күңел менән йәшәп ятыуын күреп, беҙ ифрат ҡыуандыҡ. Балаларың менән бергә йәнә лә оҙаҡ йылдар иҫәнлектә йәшәргә яҙһын һиңә, Шәмғиә өләсәй.

Бүләк уйнатыу дауам итә.

МИН «ЮШАТЫР»ҘЫ НИ ӨСӨН УҠЫЙЫМ?

Лира ТЕРЕҒОЛОВА, район мәғариф бүлеге начальнигы:

– «Юшатыр» нимәһе менән оҡшай? Ул бер ҡасан да йоҡлап ятмай, материалдар теге йәки был сара үтеү менән үк сыға, юғиһә, ҡайһы бер гәзиттәрҙә ул аҙна үткәс кенә донъя күрә. Оперативлыҡ гәзит өсөн мөһим фактор, тип иҫәпләйем. Бар ваҡиғаларҙы ла иғтибарҙан ҡалдырмай ҡәләм осона алаһығыҙ. Мин һеҙҙең гәзит битендә тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ йәштәр тураһында мәҡәләләрҙе күберәк күрергә теләр инем. Оло быуын хаҡында яҙыла ул (быныһы бик кәрәк), әммә егет-ҡыҙҙар үҙҙәре үк кешеләрҙең нимәгәлер өлгәшкәнен күрһә, улар өсөн әһәмиәте күберәк булыр ине. Бөгөн халыҡ ныҡ арыған, социаль проблемалар етерлек, Совет заманындағы һымаҡ тотороҡлоҡ юҡ, шуға ла кешегә өмөт, ышаныс бирерҙәй материалдар кәрәк, телевизорҙан былай ҙа негатив күп ағыла. Элек, мәҫәлән, эш кешеһен, ялан батырҙарын күрһәтәләр ине, хәҙер ундай нәмә бөттө (был күберәген федераль гәзит, телевидениеға ҡағыла). Дөйөмләштереп әйткәндә, «Юшатыр» йоҡлап ятмаған, актуаль проблемалар күтәргән уҡымлы гәзит, тип уйлайым. Артабан да ошо һуҡмаҡтан тайпылмауығыҙҙы теләйем.

Диана ҠОТЛОБАЕВА фотолары

Читайте нас: