Все новости
МАТБУҒАТ
1 Декабря 2017, 14:05

ОЛОЛАРҒА БҮЛӘК – ЯҠШЫЛЫҠТЫҢ БИЛДӘҺЕ

Зәк-ишмәттәр зерә лә шәп халыҡ ул, ҡасан барма – ен һымаҡ эшләп йөрөйҙәр.

Зәк-ишмәттәр зерә лә шәп халыҡ ул, ҡасан барма – ен һымаҡ эшләп йөрөйҙәр.

Беҙҙең бүләкте отоусы Сәүиә Үлмәҫбаеваны ҡыуандырайыҡ тип барһаҡ, өйҙә юҡ был, бар ауылды әллә нисә әйләндек, баҡһаң, ул бер туғандарында һуғым һуйыша. Һуйыша тигәс тә, бысаҡ тотоп йөрөмәй инде, ҡатын-ҡыҙ эшен башҡара. Былай булыуы беҙҙең өсөн дә украт булды – әҙәм балаһының бар муллыҡҡа шатланып йөрөгәнен күреү беҙгә лә ҡыуаныс өҫтәй. Сәүиә апайҙың бүләгенә бар туғандары шаһит булды, уның менән бергә шатланды. Оҙаҡ йылдар ошолай һуғымдар һуйып, бүләктәр алып, яҡындарың менән бергә һыйынышып ҡына йәшәргә яҙһын һеҙгә, Сәүиә апай.

Асия Ҡасимова апайҙы белмәгән кеше аҙ, шиғыр ҙа яҙа, гармун да тарта. Яңы Муса ауылында йәшәй ул. Элекке уҡытыусы, хәйер уҡытыусы элекке булмай инде ул. Был аҙнаның бер бүләге уға эләкте. Беҙгә ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы тип, китабын бүләк итте. Күҙгә ташланғас, түҙмәй, гармун тысҡылдатып алдыҡ беҙ ҙә. Имен-аман йәшәргә, тағы ла бер нисә китап сығарып, йырҙар йырлап ҡына йәшәргә насип булһын һеҙгә, Асия апай.
Читайте нас: