Все новости
МАТБУҒАТ
8 Декабря 2017, 13:55

ЭЙӘЛӘРЕН ТАПТЫ

Ике бүләгебеҙ эйәләрен тапты - береһе Яҡшымбәткә, Нәсихә апай Собханғолова апайға, икенсеһе Таймаҫ ауылынан Нурис Әлмөхәмәтов абзыйға китте.

Ике бүләгебеҙ эйәләрен тапты - береһе Яҡшымбәткә, Нәсихә апай Собханғолова апайға, икенсеһе Таймаҫ ауылынан Нурис Әлмөхәмәтов абзыйға китте. Ҡыҙҙары шәп икеһенең дә, елдертә һалып алып киттеләр бүләктәрҙе, Ғәлиә Стеценко менән Рәмзиә Аҙнабаева. Беҙ бүләкләнеүселәрҙең барыһын да ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, матур тормошта, донъяның рәхәтлектәрен күреп, яҡындарығыҙ менән оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.

Бүләктәр уйнатыу дауам итә.


«ЮШАТЫР»ҘЫ НИ ӨСӨН ЯРАТАМ?

Ҡәҙерле «Юшатыр» гәзите редакцияһы!

Мин «Юшатыр» гәзитен бик яратып уҡыйым һәм йылдың-йылы уға теләп яҙылам. Туған телебеҙҙәге гәзит тормошобоҙҙа шул хәтлем кәрәкле, сөнки ул барлыҡ булған мәғлүмәттәргә бай, район, республика һәм донъя яңылыҡтарын ошо гәзитебеҙ аша уҡып беләбеҙ. Мәҡәләләр оҫта, ғәҙел итеп яҙыла. «Юшатыр» редакцияһында эшләгән барса хеҙмәткәрҙәргә эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләрендә тыныс, мул тормош, бәхет-шатлыҡ теләйем. Рәхмәт һеҙгә, «Юшатыр»ҙар!

«Юшатыр» - шулай матур, оҙон ғүмерле бул!

Мәрйәм ЯҠУПОВА
Абдул ауылы

Читайте нас: