Все новости
МАТБУҒАТ
12 Декабря 2017, 14:00

ГӘЗИТ – ХӘБӘРҘӘР ҺАНДЫҒЫ

Гәзит хәбәрҙән башлана һәм хәбәр менән ябыла. Баҫма үтемле булһын, райондың һәм ҡаланың бөтөн төбәктәрен дә ялмап алһын, уны уҡымаған кеше ҡалмаһын тиһәң, тап ошо талапты үтәргә кәрәк.

Гәзит хәбәрҙән башлана һәм хәбәр менән ябыла. Баҫма үтемле булһын, райондың һәм ҡаланың бөтөн төбәктәрен дә ялмап алһын, уны уҡымаған кеше ҡалмаһын тиһәң, тап ошо талапты үтәргә кәрәк.

Гәзит ҡоро хәбәрҙе генә түгел, ә үҙ уҡыусыларына идеологияны еткереүсе һәм кешеләрҙе ойоштороусы ла. Шул изге эштәрҙе башҡарыусы һәр дәүерҙең үҙ уҙамандары, ҡыҙҙары, гәзиттең төп эш аттары – журналистары була. Мин «Юшатыр»ҙы сыҡҡан көнөнән бирле уҡыйым. Шул дәүер эсендә гәзит эшен ныҡ белгән, унһыҙ тора алмаған башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән байтаҡ кеше менән аралашам. Иң тәүге мөхәррир Сибәғәт Рахманғолов, Урал Ҡәйүпов, Закир Әкбәров, Ришат Вахитов, Рәйес Ишмөхәмәтов, Рәшит Ханбәков, хәҙерге мөхәррир Малик Ильясов, шағир Кинйәғәли Абдуллин, матур шиғырҙар яҙыусы Рима Ибраһимоваларҙың яҙғандарын мауығып уҡыйым. Редакция хеҙмәткәрҙәре көндәлек оператив мәғлүмәт табыу һәм уны кәрәкле сәйәсәт, иҡтисад төргәгенә һалып уҡыусыға еткереү менән мәшғүл. Шуға күрә гәзит бер генә жанр менән сикләнә алмай, ошо маҡсатта редакция төрлө рубрикалар уйлап сығара һәм уларҙы оҙаҡ ваҡыт баҫма биттәрендә һаҡларға тырыша. Был да гәзит уҡыусының мәнфәғәтенән сығып эшләнә.

«Юшатыр» гәзите беренсе һанынан уҡ үҙ уҡыусылары менән бик тығыҙ бәйләнештә тора. Шул хаҡта редакцияға килгән хаттар һөйләй. Ошо инде ышаныс күрһәткесе. 12 йыл элек сығарыла башлаған «Юшатыр» гәзите кешеләребеҙҙең үҙ туған телендә мәғлүмәт алып, зауығын ҡәнәғәтләндерһен, яңы эштәргә дәртләндерһен өсөн, уның тиражын арттырайыҡ, әйтә торған һүҙҙәрҙе әйтәйек. Алдағы көндәрҙә лә ул халҡыбыҙға иң кәрәкле хәбәрҙәр һандығы булып ҡалһын. Беҙҙең халҡыбыҙға юрист кәңәштәре бик кәрәк. Ошо закондарҙы белмәйенсә алданабыҙ, отолабыҙ. Ваучерҙы иҫкә төшөрәйек, кем алды икән бер ваучерға бер «Волга» машинаһын? Гайдар етәкселектә булғанда халыҡтың бер көн эсендә йыйған бөтә аҡсалары янды. Кемдер фатирға, кемдер машинаға тип йыйғайны уны. Мин дә тәүҙә ышанып, аҙаҡ һемәйеп ҡалдым: һыйырҙар көттөм, 8-10 саҡрымға йөрөп бер тәүлек көтәбеҙ, ҡуна ятып эшләйбеҙ, 6 көтөүсе, һыйырҙар - 450 баш, үгеҙҙәр - 10 баш. Мин 4 йыл отпускыһыҙ эшләнем, айлыҡ эш хаҡы 750-950 мең һумға етә ине. Был аҡсаларҙы ведомствола ғына күрҙек, уларҙы ҡулға алманыҡ, һәм банкка ла һалманылар, 9 йыл буйына бушҡа эшләнек. Пенсияға сыҡҡанда ла файҙаһы теймәне. Законды белмәү арҡаһында кемдер кредит алып түләй алмай муйынына элмәк элә. Утынға барған өсөн дә бер райондашыбыҙ аҫылынған. Ошоларҙан сығып юрист кәңәштәре тигән рубрика асыр кәрәк, был - бик мөһим мәсьәлә.

Яҡуп ауылы

Читайте нас: