Все новости
МАТБУҒАТ
12 Декабря 2017, 14:03

ҠЫУАНДЫРЫП ТОРОҒОҘ

Әлдә почтальондар бар, көн һыуыҡмы, эҫеме, ямғыр яуамы, тағы нимә яуа, ҡарап тормай эшләй бирәләр (эш хаҡы ла бит инде унда астан үлмәҫлек). Рәхмәт һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн, һеҙ халыҡҡа, тимәк, беҙгә ныҡ кәрәк. Бына ошондай күңелгә йылы өҫтәгән хат алдыҡ хат ташыусынан.

Лилиә СӘЙФЕТДИНОВА

Абдул ауылы:

- Иҫәнмеһегеҙ, хөрмәтле “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Миңлебулат улы һәм редакция хеҙмәткәрҙәре! Әле почта эшсәндәренең халыҡҡа гәзит-журналдарға яҙҙырыу ваҡытының ҡыҙыу барған мәле. Мин иң беренсе халыҡҡа үҙебеҙҙең яратып уҡыған “Юшатыр” гәзитен тәҡдим итәм. Гәзит, ысынлап та, шәп сыға, рәхмәт һеҙгә. Халыҡ та тәүҙә “Юшатыр”ға, ә аҙаҡ “Диләфрүз”гә яҙыла.

Беҙҙең беренсе урында һәр саҡ үҙебеҙҙең “Юшатыр” һәм “Куюргаза” гәзиттәре. Мин Абдул, Ҡарай, Кинйә һәм Тимербай ауылдарына гәзит таратам, үҙемдең эшем өсөн яуап бирәм. Һеҙҙең дә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Халыҡты һәр ваҡыт уҡымлы мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ.
Читайте нас: