Все новости
МАТБУҒАТ
15 Декабря 2017, 16:24

МИН НИ ӨСӨН «ЮШАТЫР»ҘЫ ЯРАТАМ?

Илнара ЮЛАЕВА, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе:

Илнара ЮЛАЕВА, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе:

– Мин ике гәзит уҡыйым: береһе – «Киске Өфө», икенсеһе – «Юшатыр», улар бер-береһе менән рухташ, тип әйтер инем. «Юшатыр» – фекер, уйҙар, факттарға нигеҙләнеп материалдар яҙған, һәр кем үҙ позицияһын ҡурҡмай белдерә алған майҙансыҡ. Һеҙ уратып-суратып тормай тураһын әйтә торған гәзит, был – әлеге заманда һирәк осрай торған күренеш. Уйы, донъяға үҙ ҡарашы булған, милләт яҙмышын уйлаған кеше «Юшатыр»ҙы уҡымай ҡалмаҫҡа тейеш. Мин башҡалала булғас, һеҙҙе алдыра алмайым, ялға ҡайтҡан саҡтарҙа энәһенән-ебенә тиклем уҡып сығам, әсәйем йыйып ҡуя бар һандарҙы. «Юшатыр», заманына ҡарап, гәзит сәйәсәтен дөрөҫ алып бара – ҡағыҙ баҫма ла сыға, ошоноң менән бергә интернет киңлектәрен дә айҡайһығыҙ. Арабыҙҙа киләсәген уйлаған кеше күп булһа, һеҙҙең аудиторияғыҙ артырға ғына тейеш. Яратҡан гәзитемә уңыштар теләйем, һеҙгә килһәм, ҡурҡмай-йәшенмәй йәнем теләгән темаға ихластан һөйләшеп сығам, был да күп нәмә тураһында һөйләй.

ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ
2018 йылдың I ярты йыллығына «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә, быға ваҡыт та аҙ ҡалып бара. Кемдәр яҙылмаған – ашығырға кәрәк. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«БӘХЕТЛЕ АВТО» – 26 ДЕКАБРҘӘ
Сираттағы «Бәхетле авто» конкурсы 2017 йылдың 26 декабрендә, 11.00 сәғәттә, «Юшатыр» гәзите редакцияһында (Күмертау ҡалаһы, Комсомол урамы,35, икенсе ҡат) уйнатыласаҡ. Был көндө автомобилегеҙ менән редакцияға килергә кәрәк. Килмәгәндәр уйында ҡатнашмай.

Конкурста ҡатнашыу өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала. Тик автоконкурсҡа икәнлеген әйтеп яҙҙырырға кәрәк.

ӨС БҮЛӘК – ӨС ЯҠҠА

Был аҙнала лототронда уйнатылған өс бүләк районыбыҙҙың өс ауылындағы гәзит уҡыусыларыбыҙ өлөшөнә сыҡты. Ҡунаҡбайҙан Альмира Ишмөхәмәтова апай салаттар йыйылмаһы отһа, Яҡуттан Шәүрә Әлибаева менән Илкәнәйҙән Мининур Вахитова инәйҙәр бәхетенә сынаяҡтар йыйылмаһы сыҡты. Редакция хеҙмәткәрҙәре бүләкләнеүселәрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлай, ныҡлы һаулыҡ, күркәм тормош теләй.

Бүләктәр алдағы аҙнала ла уйнатыласаҡ.
Читайте нас: