Все новости
МАТБУҒАТ
19 Декабря 2017, 12:36

МИН НИ ӨСӨН «ЮШАТЫР»ҘЫ ЯРАТАМ?

Фәнир МАЛБАЕВ, Көйөргәҙе районының «Мәрхәмәтлек фонды» директоры:

Фәнир МАЛБАЕВ, Көйөргәҙе районының «Мәрхәмәтлек фонды» директоры:

– «Юшатыр»ҙы мин интернетҡа кереп тә, гәзитен алдырып та уҡыйым. Үҙ фекере булған гәзиткә әйләнгән ул. Бында яҙылған ҡайһы бер мәҡәләләр күп кешеләргә оҡшамай, әлбиттә. Әммә гел яҡшы яҡты яҙып ҡына ла, донъя яҡшырып китмәй бит. Шуға күрә ыңғай күренештәр менән бергә проблемалар ҙа яҡтыртылырға тейеш, тип уйлайым. Урыҫса әйткәндә, «И кнут, и пряник» кәрәк. Һуңғы ваҡытта халыҡ үләме, һүнәме, гәзиткә яҙылыусылар аҙая, шуныһы ғына күңелде ҡыра. Элекке замандарҙа гәзит уҡыйҙар ҙа үҙҙәренең фекерҙәрен дә яҙып ебәрә торғайнылар. Ундайҙар күп була торғайны. Хәбәрселәр үҙҙәре лә йөрөп яҙа, әммә бар нәмәне лә күреп бөтөп булмай бит, шуға күрә гәзит уҡыусылар ҙа күберәк яҙышып торһа, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине. «Юшатыр»ҙың яҙышыусылары арыу ғына, әлбиттә. Шулай ҙа башҡалар ҙа яҙып торһон ине, тигән изге теләктә ҡалам. Халыҡ нимәлер эшләргә тырышып ятмай, гел кемдәндер нимәлер көтә. Мин эшләгән фондҡа ла элек 10-лап ҡына кеше мөрәжәғәт итһә, быйыл 30-ға яҡын кеше үҙҙәренең проблемалары менән килде. Уларҙың ҡайһы берҙәре ябай ғына нәмә һорап килә. Бына берәүҙәр, мәҫәлән, өйөмдә йылы һыу юҡ, һыу йылыта торған әйбер кәрәк ине, тип килгән. Бындай нәмә кәрәк булғас, үҙеңә тырышырға, берәй яйын табырға кәрәктер ул. Элек беҙ һыуыҡ һыу менән йыуынып үҫтек, бер ҙә үлмәнек.
Читайте нас: