Все новости
МАТБУҒАТ
22 Декабря 2017, 13:33

ҺУҢҒЫ БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛДЫ

Был аҙнала «Юшатыр» гәзите редакцияһында лототронда һуңғы бүләктәр уйнатылды.

Был аҙнала «Юшатыр» гәзите редакцияһында лототронда һуңғы бүләктәр уйнатылды.

Роза Ғазина Бөгөлсәндә йәшәй, «Юшатыр»ҙы сыҡҡаны бирле алдыра. Өс һуңғы бүләктең береһе уның бәхетенә сыҡты. Роза апайҙың гел һаулыҡта ғына, гелән ҡыуаныстар кисереп кенә ғүмер итеүен теләнек. Туған телендәге гәзиткә ҡарата ул да йылы һүҙҙәр әйтте. Был турала ВКонтакте селтәрендәге «Юшатыр» төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ.

Беренсе бүләкте биреп тә өлгөрҙөк, уның артынса икенсе бүләктең хужаһы ла килеп етте. Гүзәл Әмәкәсова – Уңғар ауылы ҡыҙы. Әсәһе Гөлсәсәк отто бүләкте, Гүзәл янда ғына булғас, килеп алды. Һәйбәт уҡыйым, тине беҙгә ҡыҙ, ауылға ҡайтып йөрөйөм ял һайын. Беҙ уны ата-әсәһенә уңыштар теләп оҙатып ҡалдыҡ. Кеше шатлығы – беҙҙең дә шатлыҡ.

Өсөнсө бүләк отоусыбыҙ – сибәр егет Азамат Басиров, ул өләсәһе Зөбәржәт Исҡужина өсөн бүләкте килеп алды. Шәбағыштан. Зөбәржәт инәй Өфөлә дауаханала ята икән, «Юшатыр» уның тиҙерәк һауығып сығыуын, оҙаҡ йылдар ауыртыу-һыҙланыу белмәй матур тормош көтөүен теләй. Ҡайтыуына бүләк көтөп тороуын белгәс, ҡыуаныр инде.

Алдағы йылда ла гәзит уҡыусыларыбыҙға яратҡан гәзиттәренә яҙылыу ваҡытында конкурста ҡатнашырға һәм бүләктәр оторға яҙһын.

Автор фотолары

Читайте нас: