Все новости
МАТБУҒАТ
29 Декабря 2017, 16:31

ИМЕН ЙӨРӨЙӨК

26 декабрҙә «Юшатыр» гәзите редакцияһында 2018 йылдың I ярты йыллығына туған телдәге урындағы матбуғат баҫмаһына яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» конкурсы үткәрелде.

26 декабрҙә «Юшатыр» гәзите редакцияһында 2018 йылдың I ярты йыллығына туған телдәге урындағы матбуғат баҫмаһына яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» конкурсы үткәрелде. Бик ҡыуаныслы булды был ваҡиға, 30-лап кеше килде, рәхмәт барыһына ла. Унда дүрт бүләк уйнатылды. Ҡыҙғаныс, утыҙлап бүләгебеҙ юҡ, бындай дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә эләкһә, бигерәк шәп булыр ине.

Шулай итеп, бүләк отоусы беҙҙең дуҫтар бына ошолар: Яңы Юл ауылынан Ғәйнелхәйәт Абдуллина (ҡыҙы Зифа Шәрәфетдинова килеп алды) – автомобиль компрессоры, Яманһары ауылынан Ләлә Батыршина – автомобиль компрессоры, Абдул ауылынан Ғәли Юлдашев – авария йыйылмаһы, Күмертау ҡалаһынан Дания Юлтаева автомобиль компрессоры отто.

Конкурста ҡатнашып, бүләк отоусыларҙы «Юшатыр» гәзите ихлас күңелдән ҡотлай, отҡанына ла, отмағанына ла уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, автомобилдәрендә имен-аман йөрөүҙәрен теләй. Киләһе йылда ла беҙҙең менән ҡалғанығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт!


ЯҘЫЛЫУ ДАУАМ ИТӘ

Төрлө сәбәптәр арҡаһында яратҡан «Юшатыр» гәзитенә 2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылырға өлгөрмәй ҡалған гәзит уҡыусыларыбыҙ бар. Шылтыраталар, беҙгә нимә эшләргә, тип һорайҙар. Һис тә борсолмағыҙ, тип әйтәһе килә уларға. Сөнки «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу ваҡыты 2018 йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Шулай булғас, һеҙ «Юшатыр»ға урындағы почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итеп яҙыла алаһығыҙ. Был мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.
Читайте нас: